Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! Мин һеҙҙе шәхси сайтымдың биттәрендә сәләмләүемә шатмын.
Минең исемем - Баева Юлиә Рафиҡ ҡыҙы. Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының "166-сы башҡорт балалар баҡсаһы" муниципаль бюджет мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһында тәрбиәсе булып эшләйем.
Сайтым тәжрибә уртаҡлашыу, коллегаларым һәм ата-әсәләр менән аралашыу өсөн тәғәйенләнгән.
Здравствуйте, уважаемые посетители! Я рада приветствовать, Вас, на страницах моего сайта.
Меня зовут Баева Юлия Рафиковна. Работаю воспитателем в МБДОУ «Башкирский детский сад 166» городского округа город Уфа Республики Башкортостан.
Мой сайт предназначен для обмена опытом, общения с коллегами и родителями.
белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса методик тәҡдимдәр
Тәрбиәселәр өсөн


Презентациялар
Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге
Управление образования Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан является отраслевым органом (подразделением) Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан, непосредственно подчиняется главе Администрации и осуществляет свою деятельность под руководством курирующего заместителя главы Администрации. Образование, реорганизация, ликвидация Управления осуществляется решением Совета городского округа город Уфа Республики Башкортостан.
Педагогик табыш
Тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр өсөн аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, актуаль проблемаларҙы бергәләп хәл итеү урыны.
Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Йомаҡтар кешеләрҙең, айырыуса балаларҙың, тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген
үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. Йомаҡтар айырым предметтың
билдәһен икенсе бер предметҡа,
күренешкә күсереү нигеҙендә барлыҡҡа килгән.
Балаларға йомаҡтар
Видеояҙмалар
Ата-әсәйҙәр өсөн
мәғлүмәт
Балаларҙы рухи
тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары

Балаларҙы тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары айырыуса ҙур урын ала. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәъмин итә.
Урыҫ телендә аралашҡан башҡорт балаларының телмәрен
үҫтереү алымдары

Ни өсөн бала үҙ телендә иркен
һөйләшә алмай һуң? Быны
булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә?
Бармаҡ уйындарының әһәмиәте

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан». Бармаҡ уйындары баланың ҡул мускулдарын нығытыуға, иғтибарын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто
яһай.
Ата-әсәйҙәр өсөн косультациялар

Фотоларҙа файҙалы мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, яңылыҡтар.
Фотогалерея, ваҡиғалар
Ер көнө. 22 апрелдә Халыҡ-ара Ер көнө билдәләнә. Ошо йәһәттән беҙҙең төркөмдә
"Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" исемле интеллектуаль уйын үтте. Уйында болот, ҡояш, йәйғор командалары көс һынашты. Төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр, уйындар уйнанылар, музыкаль пауза ваҡытында бергәләшеп "Күбәләк" йырын йырлап ишеттерҙеләр. Балаларҙың һүрәттәренән күргәҙмә лә эшләнек. Тәбиғәткә, тыуған яҡҡа. Һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән был интеллектуаль уйын "Кем? Ҡайҙа? Ҡасан?" балаларға бик оҡшаны.
"Яңы йыл уйынсығын эшләү буйынса иң яҡшы оҫталыҡ дәресе"
Беҙҙең төркөм тәрбиәләнеүсеһе Галимова Әминә район этабын үтеп, ҡаланың дистанцион фестиваль-конкурсында ҡатнашты. Ул өләсәһе Фәнисә Малик ҡыҙы менән "Үҙ ҡулдарың менән иң яҡшы яңы йыл бүләге"  номинацияһында тирмә уйынсығы эшләне. Афарин!      
"Айгөлдө кейендер"
дидактик уйын

Еп графикаһын ҡулланып "Ҡурсаҡты кейендер" тигән дидактик уйынды тулыландырҙым. Балалар уйын аша башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме менән таныша, кейемдең башҡорт телендә атамаларын хәтерҙә ҡалдыра.

"Тылсымлы ептәр"
дидактик уйын
Маҡсат: “Еп графикаһы” менән балаларҙы таныштырыу, логик фекерләү тиҙлеген,  ҡул моторикаһын үҫтереү, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ,иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.
Уйын барышы: балалар планшетҡа һайлап һүрәттәр ҡуя,  төҫлө ептәр алып контур буйынса йөрөтөп сыға һәм атамаһын, төҫөн, ҡулланылышын әйтә.

 

"Ата-әсәйҙәрҙе еп техникаһы менән таныштырыу"
Ата-әсәләр менән эшләгәндә лә “Еп графикаһы” техникаһын индерә башланым. Ырғаҡ менән бармаҡ ҡурсаҡ театры, ҡурсаҡтарға (йәнһүрәттәрҙәге персонаждар) кейемдәр бәйләнеләр. «Сыбар тауык» рус халыҡ әкиәте китабын ошо техниканы ҡулланып тулыландырҙылар. Артабан был эште ата-әсәләр менән берлектә проект булараҡ дауам итергә уйлайбыҙ.

 

“Икмәк – ҙур байлыҡ”
Маҡсат: икмәктең ҡайҙан килеүе, кемдәр уны үҫтереүе, нисек бешерелеүе тураһында һөйләү; балаларға икмәктең көндәлек аҙыҡ булыуы тураһында төшөнсә биреү; комбайынсы, тракторсы, игенсе, икмәк бешереүсе һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ололар хеҙмәтенә ихтирам тәрбиәләү ; балаларҙың фекерләү ,күҙаллау һәләтен үҫтереү.
Беҙҙең балалар баҡсаһында
1 июнь  йыл һайын "Һабантуй" байрамы үткәрелә.
Балаларҙы яҡлау көнөнә ярашлы ойошторола. Байрамда балалар ҙа, ололар ҙа бик әүҙем ҡатнашалар. Билдәләнгән урындарҙа "ат сабышыу", "Һыу ташыу", "Милли көрәш", "Тоҡ менән алыш", "Йомортҡа ташыу", "Көршәк ватыу" кеүек милли уйындар ойошторола. Шулай уҡ балаларҙың күңелле йырҙары, дәртле бейеүҙәре байрамға дәрт өҫтәй. Байрамдың маҡсаты - үҫеп килеүсе быуында халыҡ йолаларына һөйөү уятыу, уның традицияларын дауам итеү һәм балаларҙы физик яҡтан камиллаштырыу.
Наурыз байрамы
Борон замандарҙа кешеләр Яңы йыл байрамын яҙғыһын, 22 мартта үткәрер булғандар. Был байрам Наурыз байрамы тип атала.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен  өйрәтеү буйынса саралар.

Балалар баҡсаларында юл хәүефһеҙлеге, йәйәү һәм йәмәғәт транспортында йѳрѳү ҡағиҙәләрен үтәү йәһәтенән аңлатыу эштәре алып барыла. Тәү сиратта, балалар хәүефһеҙлегенә ата-әсәләр һәм педагогтар яуаплы.
«Ҡарабаш турғай көнө»

Элек-электән Рәсәйҙә 12 ноябрҙә ҡарабаш турғай (Синичкин), йәғни ҡышлаусы ҡоштарҙы ҡаршылау көнө билдәләнгән. Кешеләр тағараҡ әҙерләгән, ҡоштар тураһында шиғырҙар уҡығандар, йомаҡтар сискәндәр, уйындар уйнағандар.

«Тәҙрә төбөндәге баҡса»

Балаларҙы һуған, һарымһаҡ үҫемлектәрҙең орлоғо менән таныштырыу, уларҙың оҡшашлығын һәм айырмалығын күрә белеү. Сәсеү, тәрбиәләү ысулдарын күрһәтеү. Үрсеү өсөн шарттар булыуы мотлаҡлығын аңлатыу (яҡтылыҡ-ҡояш, һауа, дым - һыу). Балаларҙа үҙаллы эшләү - тәжрибә үткәреүгә ынтылыш һәм күҙәтеүсәнлек үҫтереү.

"Ҡышҡы майҙансыҡты төҙөкләндереү"


Ата-әсәләр менән берлектә эшләү - тәрбиәүи эшмәкәрлектең нигеҙе булып тора. Балалар баҡсаһы тормошонда ҡатнашыуҙары тәрбиәсе теләге генә түгел, ә бала үҫеше өсөн мөһим икәнлеген ата-әсәләр аңларға тейеш.
Ҡыш - ул балаларҙың иң яратҡан йыл миҙгеле. Саф һауалағы күңел асыуҙар иммунитетты нығыта. Балаларға ял итеү ҡыҙыҡлы һәм күңелле булһын өсөн, йыл һайын майҙансығыбыҙҙы биҙәйбеҙ. Беҙ унда боҙ тауы, боулинг, һыу һәм ҡар менән эксперемент эшләү урыны, гараж булдырылған.Һөҙөмтә менән бик ҡәнәғәт булдыҡ. Саф һауала йөрөүҙәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үтә. Балаларҙың шатлығының сиге юҡ.
Әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә ярҙамдары һәм хеҙмәттәшлеге өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле. Һәр ерҙән муллыҡ, бәрәкәт күҙгә ташлана.
Ошондай матур мәлдә беҙҙең балалар баҡсаһында көҙ темаһына бағышланған саралар үтә: “Көҙгө йәрминкә”, дәрестәр, иртәлектәр...
Бындай байрамдар балаларҙа көҙ миҙгеленә ҡарата һөйөү тойғолары уята, миҙгел матурлығын күрергә өйрәтә.
"Башҡортостан -тыуған ерем"
Балаларҙы милли рухта тәрбиәләүгә нигеҙ ғаиләлә һалына тиһәләр ҙә, балалар баҡсаһының да роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Балаларҙа тыуған илебеҙгә һәм туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү, республика тураһында төшөнсә биреү, тыуған ил тураһында белемдәрҙе арттырыу, милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, балалар баҡсаһының төп бурысы булып тора.
"Еңеү көнө"
Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә
Бер битендә моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдан шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама...





"Еп графикаһы "
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы һынлы сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу үҫтереү сараһы булараҡ, ғәҙәти булмаған һүрәт төшөрөү техникаһы еп графикаһы менән танышыу. Фантастик персонаждар тыуҙырыу. Еп менән төшөрөү алымдарын өйрәтеү. Балаларҙың логик фекерләүҙәрен, фантазияларын, ваҡ ҡул моторикаһын үҫтерегә булышлыҡ итеү.






"Шәжәрә байрамы"

Беҙҙең балалар баҡсаһында «Шәжәрә» байрамы йыш үткәрелә. Уның маҡсаты балаларҙы башҡорт халҡының байрамдары менән таныштырыу, тамырҙарҙы барлауҙың әһәмиәтенә төшөндөрөү, тыуған төйәккә, ҡомартҡыларға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҫтереү, ғаилә-ара туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу булып тора.

"Ҡар һыуына барыу йолаһы"

Борон- борондар беҙҙең ырыу башҡорттары араһында тауға, ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Һыуға март аҙағында, апрель башында, бурандар тымып, ҡар ирей башлағас барғандар. Хатта боронғолар ҡар һыуын “зәм-зәм” һыуы тип тә йөрөткәндәр. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп - сар ташлау, ярау итеү тыйылған.

Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Был бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла. Был осорҙа ирегән һыу төшөп, шишмәләр һәм ҡойолар ҡомарған. Шулай уҡ оло һыу ҙа бысранған. Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла булған.

"Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя!"
Үҙем бейеүгә ғашиҡ булараҡ, балаларҙы ла сәнғәт аша милли рухта тәрбиәләү, һәләтен үҫтереү, үҙҙәренә ышанысты арттырыу - төп маҡсатым.

Ҡала һәм район  кимәлендәге саралар

"Иң шаян, иң дәртле, ҡабатланмаҫ сығарылыш – 2022."

Йыл да була торған тулҡынландырғыс та, шатлыҡлы ла байрам көнө үтеп тә китте. Беҙ баҡсабыҙҙағы иң аҡыллы, иң тәртипле балаларҙы мәктәпкә белем иленә оҙаттыҡ. Сығарылыш кисәһендә ата-әсәләр әүҙем ҡатнашты. Ҡайнар йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм!




БСТ каналында уҙғарылған "Алтын тирмә" тапшырыуында.

"Алтын тирмә" - Башҡортостан телевидениеһы тарихындағы берҙән- бер телевикторина. Өс кешенән торған ике команда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, йор телле, тапҡыр, шаян Нәғим Нурғәлин биргән һорауҙарға яуап эҙләй.











БСТ каналында үткән "Әлләсе" уйынында ҡатнаштым.

Телеуйында ике команда ҡатнаша. Һәр командала дүртәр кеше. Уйынға өс йәш кеше һәм команданың капитаны итеп үҫмер бала саҡырыла. Төп шарты - бер минут эсендә үҙ командаңа һүҙҙәрҙе аңлатыу. Тәү ҡарамаҡҡа ябай күренһә лә, һүҙҙәр аңлатҡанда төрлө һынауҙар үтәргә ла тура килә уйынсыларға.
Командалар алдында Башҡортостан картаһы. Кемдең командаһы башҡалабыҙға иң беренселәрҙән барып етә - шул еңеүсе.







Мы подготовили подборку полезных сайтов, которые станут палочкой-выручалочкой в работе
Файҙалы сайттар
Институт развития образования Республики Башкортостан
Балалар хәүефһеҙлеге
Сначала — что должны обеспечить взрослые:
· спички и зажигалки должны находиться в местах, недоступных для детей;
· детям нельзя пользоваться электрическими и газовыми приборами без присмотра взрослых;
· легковоспламеняющиеся жидкости (ацетон, бензин, спирт и др.) нужно держать в недоступных для детей местах;
· бенгальские огни, хлопушки, свечки так же могут стать причиной пожара.
Чаще рассказывайте детям о правилах пожарной безопасности, а так же о том, как вести себя в случае возгорания или задымленности:
· если есть возможность, сразу же покинуть квартиру и стучаться к соседям;
· позвонить родителям или близким, чей телефон знаешь и попросить их вызвать пожарных (пожарные часто принимают звонок ребёнка за шалость и не выезжают);
· если покинуть квартиру невозможно, то нужно немедленно выйти на балкон или в самую дальнюю от очага комнату, плотно закрыть за собой дверь и звонить взрослым или кричать в окно о помощи;

· если дым проникает с лестничной площадки то ни в коем случае не открывать дверь, а звонить взрослым, или выйти на балкон и кричать «Пожар! Помогите!»

Гололед – слой плотного льда, образовавшийся на поверхности земли, тротуарах, проезжей части улицы и на деревьях, проводах, при замерзании воды и мороси (тумана).
Гололед наблюдается при температуре воздуха от 0° до минус 3°С. Толщина льда при гололеде может достигать нескольких сантиметров.
Гололед и гололедица являются причинами чрезвычайных ситуаций. Чрезвычайными они могут быть не только для пешеходов, но и для транспорта.
В период гололеда увеличивается вероятность аварий, столкновений среди машин. Инспекторы ГИБДД в этот период просят водителей быть предельно внимательными и осторожными.
Человека при гололеде подстерегают две опасности – или сам поскользнешься и упадешь, или на тебя упадут (или наедет транспортное средство). При падении у людей могут быть переломы костей рук и ног; травмы головы: сотрясение или ушиб головного мозга; ушибы таза. Чтобы оградить население от травм в период гололедицы и не попасть в число пострадавших при гололеде, стоит придерживаться следующих правил:
- обрати внимание на свою обувь: выбирать обувь следует на нескользящей подошве
- также можно натереть подошву наждачной бумагой
Если ледяную «лужу»обойти невозможно, то передвигайтесь по ней, как лыжник, то есть небольшими шашками.
Во избежание несчастных случаев следует смотреть не только под ноги, но и вверх, так как сосульки льда каждую зиму уносят несколько человеческих жизней.
В гололед следует быть особенно бдительным при переходе проезжей части.
Старайтесь обходить все места с наклонной поверхностью, постарайтесь не носить тяжелые или габаритные вещи.
Передвигайтесь осторожно, ступая на всю подошву.
Научись падать! Если вы поскользнулись, сразу присядьте, чтобы снизить высоту падения. Не пытайся спасти вещи, которые держите в руках. В момент падения нужно сжаться (напрячь мускулы, а коснувшись земли, перекатиться, чтобы смягчить силу удара).
Не торопись подняться если все же упали, осмотрите себя, нет ли травм, попросите прохожих в случае недомогания помочь.
Помните: особенно опасны падения на спину, вверх лицом, так как можно получить сотрясение мозга.
При получении травмы обязательно обратись к врачу за оказанием медицинской помощи.
Берегите свою жизнь и здоровье!



В наше время дети начинают путешествовать на машине буквально с первых недель жизни. Для безопасности ребенка по время таких автомобильных поездок необходимо приобрести автокресло. Как, учитывая вес и возраст ребенка, сделать правильный выбор?
Консультация для родителей


Норматив-хоҡуҡи документтар
Close
Һеҙ бында үҙ фекерҙәрегеҙҙе ҡалдыра алаһығыҙ
Рәхмәт
Фекерҙәр
  • Юлия Рафиковна, сайтығыз бик оҡшаны ,кәрәкле мәғлүмәт бик куп .





    Регина Динаровна

  • Юлия Рафиковна, этот тот человек, которому я благодарна от всего сердца. Как моя дочь бежала к ней с удовольствием каждый день! Она любит детей, а дети её обожают ♥️Она воспитала группу дружной, детей открытыми. Спасибо ей за всё!




    Оксана

  • Юлиә Рафиковнаны коллега булараҡ яҡшы беләмен. Ул - асыҡ, киң күңелле, алда ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән, ярҙамға килергә әҙер тороусы педагог ҡына түгел, бик талантлы ойоштороусы ла.
    Балаларҙың күңелен, ата- әсәләрҙең ихтирамын яулаған Юлиә Рафиковна, сайтығыҙҙың әһәмиәте ҙур, бик фәһемле, бай йөкмәткеле килеп сыҡҡан, уңыштар һеҙгә!




    Резеда Калимуллина

  • Юлия Рафиковна стала «второй мамой» для обоих моих детей. Это воспитатель с большой буквы! Столько в ней Желания творить, придумывать что-то интересное, познавательное для детей, столько энергии 🙂 Всегда приветливая
    , открытая, на любой вопрос ответит, со всеми «проблемами» разберётся. Дети всегда ходили с удовольствием в садик, очень нравились тематические дни, каждый утренник - это целый концерт, шедевр, созданный воспитателем и детьми! С огромной благодарностью и любовью вспоминаем те прекрасные, беззаботные дни в садике!




    Наиля Сайфуллина

  • Хәйерле кис! Бик матур, файҙалы сайт булдырғанһығыҙ! Афарин! Уңыштар теләп ҡалам!




    Азалия

  • Юлиә Рафиҡ ҡыҙына минең улым 4 йыл йөрөнө. Көндә һағынып, ҡыуанып бара ине. Уның биргән белемдәре, беренсе синыфта, бик ныҡ ярҙам итте. Ул балаларға иғтибарлы, ихтирамлы тәрбиәсе. Рәхмәт Һеҙгә 🙏❤️🌷



    Иҙелбаева Зөлфиә
  • Юлиә Рафиҡ ҡыҙы - беҙҙең яратҡан тәрбийәсебеҙ! Ул изге күңелле, ярҙамсыл, бик талапсан, тырыш кеше. Балалар яратҡан, заман менән бергә атлаған Шәп педагог. Бик ҙур рәхмәтлебеҙ!!! Артабан да эшегеҙҙә уңыштар, сабырлыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!


    Муллабаева Лейсан
  • Минем кызым Юлия Рафиковнанын группасында балалар бакчасын утте. Бик зур рэхмэтлебез без сезгэ. Шундый тэрбиячелэр булса, hэр вакыта да без акыллы hэм бар яклап та уткер шэп балалар устеребез.
    Минем кызымда hэр яклап та ачылырга ярдам иттегез. Рэхмэт сезгэ зур итеп. Без сезне яртабыз!

    Динар Султанов
  • Юлия Рафиковна! Добрая, отзывчивая, очень компетентная! С каждым годом мы убеждались в этом все больше и больше! Я с уверенностью могу сказать, что ею был организован самый лучший выпускной! Который останется
    в нашей памяти на всю жизнь! Столько сил, эмоций и времени было в него вложено! Плакали и смеялись, пели, танцевали и веселились вместе с нашими детками! Невероятная организация! Лучшего воспитателя, чем Юлия Рафиковна я и пожелать не могла своей дочери! Очень любим Вас! Спасибо Вам за все!

    Ахмерова Эльвина
  • Бик кәрәкле,бик әһәмиәтле сайт булдырғанһығыҙ,Юлиә Рафиковна!
    Милли балалар баҡсалары өсөн файҙалы материалдарығыҙ күп, артабан да эшегеҙҙә уңыштар һеҙгә!
    Гөлсирә Насырова
  • Работая педагогом, с целью обмена опытом часто изучаю персональные сайты других педагогов. Хочу отметить, что сайт Юлии Рафиковны удобная, информативная, наполненная, красочная. Самое главное, сайт оформлен на башкирском языке и материалы, конспекты, сценарии занятий, видеоматериалы так же предоставлены на башкирском языке, это важная составляющая часть работы воспитателя национальных групп, детских садов. Зная Юлию Рафиковну лично, могу сказать что она профессионал своего дела. Дети к ней тянутся, она умеет раскрывать таланты, родители уважают и активно участвуют в жизнедеятельности детского сада. Утренники групп с участием Юлии Рафиковны всегда проходят оживленно и содержательно. Юлия Рафиковна талантливая и яркая личность, что позитивно отражается на ее работе с детьми. Желаю успехов в новых начинаниях, Юлия Рафиковна! У вас все получиться🌺

    Гузель Фуатовна Алтынбаева
  • Юлиә Рафиҡ ҡыҙы, ҙур рәхмат!!! якшы материлдар, презентациялар өcөн. Бик файҙалы булды)
    Альфия Галлямова
  • Сайт тураһында комментарий ҡалдырырға теләйем! Миңә был сайт бик оҡшаны. Мин ата-әсә генә түгел, тәрбиәсе лә булып торам һәм үҙемдең эшем өсөн бик ҡыҙыҡлы нәмәләр таптым. Юлиә Рафиҡ ҡыҙы йәнә бер тапҡыр ижади, талантлы педагог булыуын иҫбатланы!
    Резида Каразбаева
  • Рәхмәт, Юлиә Рафиҡ ҡыҙы! Күркәм материал! Беҙгә, музыкаль етәкселәргә, һәм миңә, мәҫәлән, өләсәй буларак, бик кәрәк. Ғаилә менән эшләү һәр ваҡыт проблемалы хәл. Уңыштар Һеҙгә!
    Лясан Габитова
  • Баҡсанан ҡыҙымды алып ҡайтырға килгәс Юлиә Рафиҡ ҡыҙының икенсе төркөм балалары менән уйнағанын һәр саҡ ҡараным. Мин Был балаларға көнләштем: Ни өсөн Юлиә Рафиҡ ҡыҙы беҙҙең төркөмдә булманы. Ул уйнағанлыҡтан һәм балалар менән шөғөлләнгәнлектән бик аҙҙар һәләтле. Улар наслаждаться бер-береһе менән аралашыу! Балалар һеҙҙең эргәлә сәскә атты! Һеҙ бик ихлас һәм бик күңелле кеше! Баланы ата-әсәләр һеҙҙең менән ҡалдырып тыныс булырға мөмкин: Юлиә Рафиҡ ҡыҙы һәр саҡ уяу, һәр саҡ иғтибарлы һәм изгелекле.
    Фатима Яубасаровна
Һеҙгә сайт оҡшанымы ?